Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ ХӘМИТОВА Гәүһәр Хисмәт ҡыҙын 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы!
Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә насип итһен!
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Һибелә нур яҡты йөҙөңдән,
Ауыр саҡта еңел булып китә
Һинең әйткән йылы һүҙеңдән.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Олеся, Зөлфиә, кейәүҙәрең Илгиз, Рәфис, ейәндәрең Арыҫлан, Асҡар, Иҙел, Илназ, ейәнсәрҙәрең Айгизә, Аиша.