Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Сентября 2024, 09:34

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

 Ғәлимйән МИҺРАНОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем

Күмертау ҡалаһы
Донъялағы иң яҡын һәм ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Ғәлимйән Ғәббәс улы МИҺРАНОВты - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле мәлдәргә бай ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, эшеңдә ҙур уңыштар теләйбеҙ! Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле киң күңелле булып, ҡәҙерле Зөлфиә Юнир ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, йәшәүҙән йәм табып, парлы, тигеҙ ғүмер итегеҙ! Балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, уларға терәк-таяныс булып, бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә яҙһын!
Әтейебеҙ 40 йылдан ашыу "Газпром" ойошмаһында водитель булып тырышып эшләп йөрөй. Эшендә ул ҙур ихтирамға лайыҡ. Хеҙмәтенең баһаһы булып бик күп маҡтау грамоталары тора.
Йәшә, әтей, йөҙгә хәтлем,
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зөлфиә, ҡыҙҙарың Гүзәл, Әлиә, кейәүҙәрең Артур, Ринат, ейән-ейәнсәрҙәрең Мират, Аделина, Радэль.

Автор:
Читайте нас: