-3 °С
Облачно
Беҙҙең өсөн ғәзиз ҡыҙыбыҙ, ҡәҙерле туғаныбыҙ, яратҡан апайыбыҙ, бикәсебеҙ, балдыҙым - Биккузина Айзилә Франц ҡыҙын тыуған көнө - 30 йәшлек юбилейы менан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Һиңә йәшлегендең матур байрамыңда ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Айнур кейәү менән балаларығыҙҙы үҫтереп, тиң, татыу, матур тормош көтөргә яҙһын!
Ғумереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарында булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең, абзыйҙарың, еңгәләрең, апайың, еҙнәң һәм уларҙың балалары.