Все новости

Шатлыҡ-ҡыуаныстан айырмаһын һине Хоҙай

Ирек СӨЛӘЙМӘНОВ 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Шатлыҡ-ҡыуаныстан айырмаһын һине Хоҙай
Шатлыҡ-ҡыуаныстан айырмаһын һине Хоҙай

Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә Яманһары ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кешебеҙ – тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ Ирек Мотиғулла улы СӨЛӘЙМӘНОВ 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
1958 йылда Ишембай һөнәрселек училищеһын тамамлағас, әтейебеҙ Ишембай нефть идаралығында быраулаусы булып хеҙмәт юлын башлай. Алған һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында, уны бөтә рәсәй бүленеше буйынса Ташкент ҡалаһына эшкә тәғәйенләйҙәр, унда әтейебеҙ быраулау мастеры булып эшләй. Свердловск ҡалаһында әрме сафтарында хеҙмәт итә. Фиҙәҡәр хеҙмәте, тырышлығы, уңыштары өсөн әтейебеҙ бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Бер-нисә тапҡыр «Социалистик хеҙмәт алдынғыһы” тигән исемгә лайыҡ була.
Ир-егеткә булған бурыстарҙы теүәл үтәп, әтейебеҙ йорт һалды, ағас ултыртты, өс ул, ике ҡыҙ үҫтерҙе, тип әйтергә була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Көйөргәҙе совхозының Чкалов бүлексәһендә малсы булып тырышып эшләне. Әнәйебеҙ менән 55 йылдан ашыу татыу ғүмер кисереп, беҙгә, 5 балаһына ғүмер бүләк иттеләр. Әлеге көндә уларҙың 11 ейәндәре, 5 бүләләре бар. Ҡәҙерлебеҙгә йөрәктән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың ныҡлығын, имен тормош теләйбеҙ! Хоҙай һине күңел тыныслығынан, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан айырмаһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәше Гөлйыһан Фазлетдин ҡыҙы, улдары, ҡыҙҙары, килендәре, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: