Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, берҙән-бер, яратҡан абзыйыбыҙ - Зиннур Закир улы ИСХАҠОВты ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо күркәм байрамың менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙә булған оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һинең тырышлығыңа, эшһөйәрлегеңә, илһөйәрлегеңә таң ҡалырлыҡ, һин барыһына ла иғтибарлы, ярҙамсыл һәм туған йәнлеһең. Беҙ һиңә ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, башлаған эштәреңдә һәм яулаған үрҙәреңдә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Һиңә теләйбеҙ теләктәрҙең
Иң матурын, изгеһен.
Һин йөрөгән юлдарға
Еҫле гөлдәр һибелһен.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыһына ҡанат, терәк булып
Арымай атла ғүмер үреңә.
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың: Сәжиҙә, Рәшиҙә, Райхана, Әлфиә, Алмира, Зөлфирә һәм беҙҙең балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ.