Яҡут ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Төмән ҡалаһында йәшәүсе, беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ, ЯЛСЫҠАЕВ Мөхтәр Мөхәрәм улын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ошо күркәм көн уңайынан һиңә донъяла булған барлыҡ иң изге теләктәребеҙҙе, меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә.
Һиңә һәм һинең ғаиләңә ныҡлы һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр,ғаиләңә һәм туғандарыңа терәк - таяныс булып оҙон оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, hинең менән ғорурланабыҙ.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ҡотлау менән барлыҡ туғандарың.