Күмертау ҡалаһында йәшәүсе яратҡан улыбыҙ, һөйөклө тормош иптәшем, хәстәрлекле абзыйыбыҙ, ҡайнағабыҙ, бабайыбыҙ - Эдуард Ринат улы Аҙнағолов – йәшлегенең матур юбилейын – 35 йәшен билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән тәбрикләп: ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмерҙә йәшә лә йәшә әле.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Гөлгөнә, атайың Ринат, тормош иптәшең Гүзәл, ҡыҙҙарың Азалия, Эвелина, һылыуҙарың Эльвира, Алина, кейәүең Тимур, туғандарың Алһыу, Данис, Рамазан.