Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын һәм ғәзиз кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ - Эдуард Ринат улы Аҙнағоловты күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон, беҙҙең менән бергә, бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гүзәл, ҡыҙҙарың Азалия, Эвелина һәм барлыҡ туғандарың.