Все новости

Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай!

Фәйзулла  ЯППАРОВты ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай!

Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ - Фәйзулла Фәйзрахман улы ЯППАРОВты күркәм байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Атай, һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Юбилейың менән тәбрик итеп ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, киләсәктә лә әсәй менән һаман да татыу, өлгөлө пар булып, бер-берегеҙҙең күңел яҡтылығын тойоп, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ- балаларың изгелегендә, хөрмәтендә йәшәүеңде теләйбеҙ!!!

Бөгөн, атай, һинең тыуған көнөң,
Бар донъяла иң-иң изге көн!
Беҙ бәхетле булһын өсөн, сөнки
Һин тыуғанһың, атай, һин бөгөн!

Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған!

Үҙең шаян, зирәк, тапҡыр һүҙле,
Һинең янда беҙгә күңелле.
Бар һорауға яуабың бар, атай,
Иң шәп атай беҙҙә, иң елле!!!

Ауырыма һис тә, атаҡайым,
Көләс булһын һәр саҡ йөҙҙәрең,
Шатлыҡ ҡына гел уратһын һине,
Нурҙар һипһен һинең күҙҙәрең!

Олоғайҙым тиеп көймә, атай,
Шатланышып йәшәйек бергә.
Һин булғанда донъя шундай яҡты
Әйҙә ет һин атай, ет йөҙгә!

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәрзиә, балаларың Әлиә, Илназ, кейәүең Әғнәм, киленең Илюзә, ейәнсәрҙәрең Алмаз, Айназ, Әминә, Наҙгөл.

Автор:
Читайте нас: