Все новости

Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ

 Әхтәм ХӘЙБУЛЛИНға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ
Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ

Ҡотлоюл ауылында тыуып үҫкән бөгөнгө көндә ғаиләһе менән матур донъя ҡороп, өйҙәр һалып Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ - Әхтәм Миниәхмәт улы ХӘЙБУЛЛИНды күркәм ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Ҡәҙерлебеҙ, һин оҫта ҡуллы, йор һүҙле, тырыш кеше, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды шатландырып йәшәй беләһең. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә беҙҙең менән бергә, парлы, бәхетле тормошта, тыуған йортобоҙҙоң нурын һаҡлап, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнирә, улдарың Рөстәм, Ринат, килендәрең Лилиә, Марина, ейән-ейәнсәрҙәрең Амелия, Рәвил, Тимур һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас: