Все новости

Көс биргәнең өсөн рәхмәт, әней!

 Рәсимә Әҙеһәмова бөгөн күркәм байрамын - 45 йәшлек юбилейын билдәләй.

Көс биргәнең өсөн рәхмәт, әней!
Көс биргәнең өсөн рәхмәт, әней!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Рәсимә Ринат ҡыҙы Әҙеһәмова бөгөн күркәм байрамын - 45 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерле тормош иптәшем һәм иң яратҡан әниебеҙ, һине байрамың менән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе һәм сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Бәхеткә, шатлыҡҡа ғына төрөнөп, донъя мәшәҡәттәренән арынып, иҫәнлектә, һаулыҡта, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Һин беҙҙең өсөн донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кешебеҙ! Һин һәр саҡ беҙҙе ҡеүәтләп, ярҙам итеп тораһың, һәр ваҡыт беҙҙе аңлап, тыңлап, изге кәңәштәреңде бирәһең. Гел яныбыҙҙа булғаның өсөн, кәрәк саҡта көс биргәнең өсөн рәхмәт, әней. Тормош шатлыҡтарына ҡыуанып, сәскә атып, һәр миҙгелдән, тормоштоң һәр мәленән ҡәнәғәтлек алып йәшә. Һәр ерҙә лә уңыш йылмайып торһон, ауырымай, һыҙланмай, гел шулай тормош һөйөүсән, матур, йәш, нескә күңелле, ихлас, хәстәрлекле булып ҡал. Бөгөнгө байрамыңда барлыҡ изге теләктәр тик һинең өсөн, әней. Ҡотлайбыҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улың һәм киленең.

Автор:
Читайте нас: