Түбәнге Бабалар ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ - Сәриә Ғәлим ҡыҙы ВӘЛИЕВАны ысын күңелдән матур юбилейы - 85 йәше тулыу менән ҡанйар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо күркәм байрамың менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙә булған оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы, йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт йәшәүеңде теләйбеҙ!
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар,
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Таңһылыу, кейәүең Илфат, ейәндәрең Илмир, Илвир, ейәнсәрең Арина, улың Фаурат, киленең Тәнзилә.