Көйөргәҙе ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләүсе, хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Альмира Зөфәр ҡыҙы ИСХАҠОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Тырыш, алсаҡ, үҙ эшен намыҫ менән башҡарған, барыһы ла хөрмәт иткән коллегабыҙға артабанғы тормошонда һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡурай моңондай оҙонон теләйбеҙ!
Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына насип булһын. Киләсәктә лә балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың бәхеттәренә һәм уңыштарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Ихтирам менән Яҡшымбәт, Түбәнге Баба, Ҡотлоюл ауылдары участка һаулыҡ һаҡлау коллективтары.