Бөгөн күңел хистәргә тулышҡан - уның тыуған көнө. Әйтергә теләгән һүҙҙәр... Ныҡ күп, ҡайһы еренән тотоп башларға икәнен дә белмәйбеҙ.
Гүзәл затты ҡотлағанда, иң яратҡан теләгебеҙ ошолай була торғайны - һине ҡатын-ҡыҙ бәхетенән айырмаһын. Ҡатын бәхете нимә була - уныһын үҙҙәре яҡшы белә, аңлатып тороу кәрәкмәй. Ошо теләккә ҡушып, йәнә береһен өҫтәмәйсә булмай. Күп һөйләп тормайбыҙ, иҫән-һау ҡайт, Филиза. Ҡалған һүҙ-теләктәрҙе үҙең ҡайтҡас, күҙҙәреңә ҡарап әйтеп бөтөрбөҙ.