-3 °С
Облачно
Улым, һине ошо матур байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә булған иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Улым һин яҡшы күңелле, кешелекле, ярҙамсыл, тырыш, оло йәнле, яғымлыһың. Беҙ һине ихлас күңелебеҙҙән ихтирам итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Сәләмәт бул, ауырыма, алдыңа ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп тор, уҡыуыңда уңыштар, һәр ваҡыт шулай изге, сабыр, шат күңелле булып оҙон ғүмер кисерергә яҙһын!
Бөгөн һиңә 18 йәш тулды,
Саф йылмайыу ғына йөҙөңдә
Ирешәһе үрҙәр шундай бейек
Хыялдарың сикһеҙ диңгеҙҙәй.
Тормош юлың гел сәскәнән тормаҫ,
Ауыр саҡта, балам, бул түҙем.
Яҡындарың менән татыу йәшә
Иҫтә тотоп ололар һүҙен.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Ләйсән, атайың Азат һәм барлыҡ туғандарың.