Все новости

Балланып-наҙланып ғүмер итәбеҙ

Миңлеғужа РЫҪҠОЛОВ үҙенең күркәм юбилейын билдәләй!

Балланып-наҙланып ғүмер итәбеҙ
Балланып-наҙланып ғүмер итәбеҙ

Яңы Таймаҫ ауылы
Һәр төбәк һоҡланғыс кешеләре менән дан тота. Тыуған яғына тоғролоҡ һаҡлап, уны тырыш хеҙмәте һәм күркәм ғәмәлдәре менән йәмләп йәшәүсе атайыбыҙ тураһында булыр һүҙебеҙ.
Бар донъя алтынға сорналған мәлдә Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Миңлеғужа Әхәт улы РЫҪҠОЛОВ үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Яҡыныбыҙ оло йөрәкле, киң күңелле, йомарт, изгелекле, бар яҡлап уңған кеше. Бар ғүмерен умарталыҡ һөнәренә бағышланы ул. Бал ҡорттарының наҙын, тәбиғәттең нескәлектәрен тойоп, тирә-яҡҡа изгелектәр һирпеп, тырышып йәшәй ҡәҙерлебеҙ.
Бал ҡорттары һымаҡ наҙлап, әнейебеҙ менән биш ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Бөгөн дә һәммәбеҙгә күңел йылыһын, ярҙам ҡулын һуҙып, беҙгә терәк-таяныс булып ғүмер итәләр. Мал-тыуар аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, туғандары, дуҫтары, күршеләре менән ихлас ҡатнашып, һәр атҡан таңға ҡыуанып, йәшәүҙән йәм табып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.
Әтей-әнейле булғанға ла, беҙ ҙә, балланып-наҙланып ғүмер итәбеҙ. Улар булғанына Шөкөр ҡылып, сикһеҙ рәхмәттәребеҙе еткерәбеҙ.
Әтейебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, әнейебеҙ менән бергә ҡурай моңондай оҙон тигеҙ ғүмер, еңел булмаған баллы эшендә уңыштар теләйбеҙ. Тағы ла оҙаҡ йылдар тормош ҡотон һаҡлап, именлектә йәшәгеҙ! Ҡылған изгелектәрегеҙ бәхет, ҡыуаныстар булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Ихтирам менән тормош иптәше, ҡыҙҙары, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: