Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Октябрь 2024, 04:32

Тормошобоҙ маяғы һин

Фәрғәт КИНЙӘКӘЙЕВ үҙенең күркәм юбилейын билдәләй!

Тормошобоҙ маяғы һинТормошобоҙ маяғы һин
Тормошобоҙ маяғы һин

Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Фәрғәт Фәрит улы КИНЙӘКӘЙЕВ үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы булыуың менән һокландыраһың һин беҙҙе.
Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙгә тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәктә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.
Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ шикелле яҡтыртып тора. Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, бәхеттә-шатлыҡта йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгеңдә.
Изге ҡотлауҙар менән тормош иптәшең, балаларың, ейәнең, кейәүҙәрең.

Автор:
Читайте нас