Ялсыҡай ауылында тыуып, үҫеп, ошо ауылда төпләнеп, бөгөнгө көндә лә матур итеп донъя көтөүсе әнейебеҙ – Сәриә Йәүҙәт ҡыҙы МӘЗИТОВАны күркәм байрамы – 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән, ҡайнар ҡотлап иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Әней! Донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Ҡәҙерлебеҙ, фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен, игелектәрен күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын. Әней, тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Яныбыҙҙа һин булғанда ғына,
Табып була оло бәхетте.
Һиңә рәхмәт һүҙен, әнейебеҙ,
Белдерәбеҙ тыуған көнөңдә.
Үҫтерҙең һин беҙҙе, кеше итеп,
Оло рәхмәт барыһы өсөн дә!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.