Все новости

Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә

 Асия ҒАФАРОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә

Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Асия Мөхтәр ҡыҙы ҒАФАРОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙға ҡоростай һаулыҡ, оҙон бәрәкәтле ғүмер, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, туғандарың менән бергәләшеп, матур итеп йәшәргә яҙһын.
Һөйөклөбөҙ бик ярҙамсыл, тыныс холоҡло, йомшаҡ күңелле кеше, кем ярҙам һорап килһә лә ҡулынан килгәнсе ярҙам итә. 30 йыл “Искра” хужалығында һауынсы булып эшләй, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан әле лә хеҙмәт итә ул.
Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙең бәхетле өләсәй ҙә: өс ейәне, ике ейәнсәре бар, улар ялда килеп ҡыуандырып торалар, Аллаға шөкөр.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен һиңә Хоҙай барын-барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында.
Ҡотлау менән әнейең, мырҙаларың Айҙар, Илдар, киленең Әлиә, һылыуың Айгөл, кейәүең Илдус, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Фидан, улың Руслан, киленең Александра һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: