Күмертау ҡалаһында тыуып уҫкән, Яңы Мораптал ауылы егете ӘБДЕЛМӘНОВ Рөстәм Раил улының бөгөн ғүмер байрамы - бик күркәм 45 йәшлек юбилейы. Теүәл 45 йыл элек бөгөнгө көндә, Рәсилә менән Раил Әбдүлмәновтар ғаиләһендә мөхәббәт емеше булып, батыр егет Рөстәм донъяға килә. Бик тырыш, етеҙ егет булып үҫә. Күмертау ҡалаһының 3-сө һанлы урта мәктәбендә белем ала. Мәктәпте тамамлағас, Ырымбур ҡалаһына Автомобильдәр һәм автомобиль хужалығы университетына уҡырға кереп, уны уңышлы тамамлай. Яңы Мораптал ауылы ҡыҙы Эльвира менән сәстәрен-сәскә бәйләп, бөгөнгө көндә Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһында төпләнеп, бер ҡыҙ бер ул үҫтерәләр - Азалия һәм Данияр. Үтә лә тырыш, егәрле, матур ғаилә ике яҡтың да туғандарын тиң күреп, терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Туғандарына өлгө булырҙай ғаиләнен ҡулынан килмәгән эше үҙе юҡ. Кәләше Эльвира аш-һыуға бик оҫта, һәр ваҡыт йылмайып ҡына тора. Рөстәм ҡатыны, балалары өсөн ҙур таяныс. Балаларын да үҙ өлгөләрендә тәрбиәләйҙәр. Атаһы, әсәһе өсөн янып йәшәй, берҙән-бер һеңлеһе Лилиәнең иң яратҡан ағаһы, ышанысы, ярҙамсыһы ул.
Итәғәтле, мәрхәмәтле ғаиләгә күҙҙәр генә теймәһен.
Хөрмәтле Рөстәм Раил улы! Һеҙҙе бөгөнгө бик матур юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә, һеҙҙең яҡындарығыҙға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер теләйебеҙ! Яратҡан кәләшең менән күҙгә-күҙ ҡарашып, иңгә-иң терәшеп, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ. Балаларғыҙҙы үҫтереп, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп йәшәргә хоҙай насип итһен!
Ҡотлауҙар менән Әбделмәновтар ғаиләһе