Яҡуп ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Хәмиҙә Әғзәм ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАны күркәм 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Әсәй, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай һине сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо яҡты көндәр генә биҙәһен.
Йәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!