Ул беҙҙең Яҡшымбәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, уның данын арттырыусы шәхес. Башҡортостан юғары уҡыу йорттарының флагманы булған Башҡорт Дәүләт Университетының физика- математика бүлеген тамамланы. Ул ең һыҙғанып Таймаҫ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләне. Уның ойоштороу һәләтен күреп ауыр 90- сы йылдарҙа Таймаҫ ауылы хакимиәте етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Һуңғараҡ ул һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, кире балаларға белем биреүгә әйләнеп ҡайтты. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған ветеран уҡытыусы 33 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Үҙ эшен яратҡан көслө һәм талапсан, яуаплы, етди ҡарашлы уҡытыусының уҡыусылары күп уңыштарға иреште. Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙының уҡыусылары фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, районда ғына түгел республика күләмендә лә призлы урындар яуланылар.
Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы эшендә генә түгел, ғаиләһендә лә бик уңған, ике ҡыҙына яратҡан әсәй, уңған хужабикә, иғтибарлы тормош иптәше, туған йәнле, талантлы ойоштороусы ла.
Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булһа ла, дәртле күңеле уға тыныс ҡына ҡул ҡаушырып ултырырға бирмәй, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ул етәкләгән “Хәтирә” ағинәйҙәр ойошмаһы уңышлы эш алып бара.
Хөрмәтле класташыбыҙ, тормоштан йәм табып, барлыҡ рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, уларға терәк, кәңәшсе булып, оҙон, бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан да борсолоу белмәһен, йөрәгеңдә дәрт-дарман һүрелмәһен, тормошоңдо яҡты көндәр генә биҙәһен.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге күгеңдә,
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә!
Күпме булһа ерҙә матур теләк,
Бирһен һиңә Хоҙай барын-барын да.
Сәләмәтлек, шатлыҡ юлдаш булһын
Һәр бер көндөң матур таңында.
Иң изге теләктәр менән Ғайнан һәм Гүзәл Аллабирҙиндар, Камил һәм Роза Баязитовтар.