Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, ғәзиздәрҙән-ғәзиз әнейебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле, яратҡан өләсәйебеҙ - Миңлегөл Нәбиулла ҡыҙы ТӨХВӘТУЛЛИНАны күркәм ғүмер байрамы - 75 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ, һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әней, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың: Гөлнур, Гөлназ, Гөлсиә, кейәүҙәрең: Ғәзим, Рөстәм, Ринат, ейән-ейәнсәрҙәрең: Таһир, Айнур Инсаф, Нурислам, Тамерлан, Искәндәр, Алина, Әдилә, Йәмилә.