Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Октябрь 2024, 10:05

Киң күңелле, оло йөрәкле еңгәбеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Рәйлә  МӘҺӘҘИЕВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Киң күңелле, оло йөрәкле еңгәбеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Киң күңелле, оло йөрәкле еңгәбеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле еңгәбеҙ - Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны күркәм байрамы - 70 йәшлек юбилейы уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киң күңелле, оло йөрәкле еңгәбеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең еңгәбеҙ шул тиклем алсаҡ, ярҙамсыл, ул бар яҡтан дә килгән, уңған һәм бик егәрле, оҫта ҡуллы хужабикә. Ҡыҙҙарына ғына түгел, беҙгә, килендәштәренә лә - кәңәшсе, серҙәш һәм терәк. Шундай булғаны өсөн беҙ уны хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Рәйлә еңгә, һиңә бәхет-шатлыҡтарҙың ғүмерлеһен, һаулыҡтың иң ныҡлыһын теләйбеҙ, килер көндәрең аяҙ, өмөтлө булһын, балаларығыҙҙың йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, һаман шулай көслө рухлы һәм кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, балаларыңа, беҙгә терәк һәм таяныс, кәңәшсе булып, Мөнир абзыйыбыҙ менән, оҙон-оҙаҡ тигеҙ ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә!

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән гәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле, еңгәбеҙ һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәртең һис тә һүнмәһен.

Иң изге теләктәр менән Юлдыбаевтар һәм Юлаевтар: яратҡан ҡәйнештәрең һәм килендәштәрең.

Автор:
Читайте нас: