Яңы Таймаҫ ауылы
15 октябрь көнө беҙҙең ғаиләлә ҙур байрам, беҙҙең иң яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө ҡәйнәм, хәстәрлекле өләсәйебеҙ – Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВА матур тормош байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең, күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен! Атайыбыҙ менән ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй оҙон бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Ҡаршы алыр әлдә Әсәй бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөнир, ҡыҙҙарың: Розалия, Гөлсинә, кейәүең Руслан, ейәндәрең: Ғәлиасҡар, Хәсән, ейәнсәрең – Мәҙинә.