Уҡытыусы һөнәре ауыр ҙа, яуаплы ла, шул уҡ ваҡытта кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе ул, минеңсә. Кескәй генә балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары һалыусы, белем тауҙарына мендереүсе кеше ул уҡытыусы.
Иң беренсе мәктәп ишеген асып ингән көндән алып, ҙур тормошҡа оҙатып һуңғы ҡыңғырау яңғыраған көнгә тиклем беҙҙең яныбыҙҙа яратҡан уҡытусыларыбыҙ була. Бөгөн беҙҙең һүҙебеҙ яратҡан уҡытыусыбыҙ - Мәһәҙиева Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы хаҡында буласаҡ.
Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы беҙгә физика һәм информатика фәндәренән белем бирҙе. Был һөнәрен ул осраҡлы ғына һайламаған. Балаларҙы ихлас яратыуы алып килгән уны Өфө педагогия институтына. Хеҙмәт юлын ул Таймаҫ ауылы мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлаған.
Көслө, егәрле, йәмғиәт эштәрендә әүҙем булған йәш уҡытыусыны ауыл советы депутаты итеп һайлайҙар һәм уға Таймаҫ ауылы советы рәйесе вазифаһын йөкмәтәләр. Биш йылдан һуң Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы яңынан мәктәпкә ҡайта, яратҡан эшен дауам итә.
Талапсан, етди ҡарашлы, үҙ эшен ныҡ яратҡан уҡытыусы! Эйе, ул - Ысын Уҡытыусы! Беҙҙә уҡытҡан фәндәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға ирешә алды һәм беҙ, беренселәрҙән булып, берҙәм Дәүләт имтихандарын яратҡан уҡытыусыбыҙҙың фәндәренән уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарында белем алыу бәхетенә ирештек.
Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡытыусыбыҙ етәкселегендә күпме эҙләнеү эштәре әҙерләнде, күпме асыштар яһалды, күпме фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеүҙәр яуланды. Был еңеүҙәр беҙҙе ҡанатландырҙы, яңынан яңы үрҙәргә әйҙәне.
Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы беҙгә, уҡыусыларына, белем биреп кенә ҡалманы, ә матур тәрбиә лә бирә алды. Был донъяның матурлығын күрә белергә, яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәт һөйөргә, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә лә өйрәтте ул беҙҙе.
Әлеге көндә Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы хаҡлы ялда. Октябрь айында яратҡан уҡытыусыбыҙ үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Оло юбилейын билдәләгән хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙан, был һөнәрҙе һайлауығыҙға үкенмәйһегеҙме, тип ҡыҙыҡһындыҡ.
- Юҡ, һайлаған һөнәремә аҙ ғына ла үкенмәйем. Эшемде яратып , унан ҙур ләззәт табып эшләнем. Әлбиттә, гел генә еңел булманы, әммә нисек кенә булһа ла үкенмәйем. Үҙ юлымды уҡытыусы булараҡ һайлауым яңғылыш булһа, икенсе тапҡыр ҙа мин ошо яңғылыш юлымды һайлар инем, - тип яуаплай уҡытыусыбыҙ Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы.
Уның ошо юлды һайлап, лайыҡлы хеҙәт юлын үтеүе менән яҡындары ла бик ғорурлана.
- Әсәйебеҙ барлыҡ ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы, бөтә көсөн һалып, намыҫ менән эшләне. Эшенең емештәре булып, әлбиттә, ул уҡытҡан һәм тәрбиә биргән уҡыусылары тора. Улар араһында юғары белемле, дәрәжәле, ҙур уңыштарга өлгәшкәндәре бихисап. Рәхмәтле уҡыусылары шылтыратып әсәйебеҙҙең хәл-әхүәлдәрен һорашып, байрамдары менән ҡотлап торалар, - ти юбилярҙың ҡыҙы Гөлсинә Мәһәҙиева.
Дәртле күңелле, һәр саҡ йәш, талантлы Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан бөгөнгө көндә лә бик әүҙем тормош юлын үтә. Уның йырҙары һәр мәжлесте биҙәй, уның оҫта һүҙ тотоуы барыһын да таң ҡалдыра. Әлеге ваҡытта ул Яңы Таймаҫ ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһын уңышлы етәкләй. Улар район, ауыл күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа бик әүҙем ҡатнашалар, халҡыбыҙға, киләсәк быуында ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрүф ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы еткерәләр.
Хөрмәтле Рәйлә Йәүҙәт ҡыҙы, һеҙҙе ысын күңелдән матур ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ биргән һабаҡтар беҙҙе тормошобоҙҙа тик изгелектәр ҡылып йәшәргә әйҙәп тора, тип ышаныслы әйтә алабыҙ. Оло рәхмәт Һеҙгә, яратҡан уҡытыусыбыҙ!
Хөрмәт менән һеҙҙең уҡыусыларығыҙ.