Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Илһам Әхмәҙулла улы ЙӨҘӨМБАЕВты күркәм байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе еткергебеҙ килә: оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ – ҡыуаныстар, эштәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын. Икәү бергә башлаған тормош юлын иңгә иң терәп, аңлашып, бер-беребеҙгә булған һөйөү хисебеҙҙе һүндермәй, парлап үтергә насип итһен. Балаларҙың, яҡындарҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп ғүмер кисерергә яҙһын үҙеңә. Киләһе көндәрҙә лә сабыр, йомарт, изге күңелле, һәр беребеҙгә өлгө, терәк – таяныс бул һин.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Рәзифә, улың Денис, киленең Раушания һәм дә ҡыҙың Дания.