Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
21 Октябрь 2024, 09:11

Тормошоғоҙ тигеҙ һәм матур булһын!

Ҡәҙерленән-ҡәҙерле улыбыҙ, абзыйыбыҙ МӘҠСҮТОВ Рөстәм Раил улын 35 йәше тулыуы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормошоғоҙ тигеҙ һәм матур булһын!
Тормошоғоҙ тигеҙ һәм матур булһын!

Һиңә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһеләй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл һин. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер ит. Балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын!
Өҫтәлегеҙ тулы һәм түңәрәк булһын, үҙегеҙ һау һәм бай булығыҙ, балаларығыҙ тәртипле һәм тәүфиҡлы булһын, аҡсағыҙ күп һәм ҡыуаныслы булһын, тормошоғоҙ тигеҙ һәм матур булһын!
Иң изге теләктәр менән әтейең һәм әнейең, һылыуың Алиса менән кейәүең Флюр, уларҙың балалары Данил һәм Әмир, туғаның Ранил.

Автор:
Читайте нас