Все новости

Оҙон-оҙаҡ йәшә әле!

Бөгөн беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - МӨЛӨКОВА Резеда Радик ҡыҙы үҙенең матур юбилейын билдәләй, ошо уңайҙан уны ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Оҙон-оҙаҡ йәшә әле!
Оҙон-оҙаҡ йәшә әле!

Апайыбыҙ бөгөнгө көндә Яңы Мораптал ауылында еҙнәм Мөлөков Илһам Юнир улы менән донъя ҡороп, өс баһадирҙай малай үҫтерәләр. Апайым шул тиклем уңған, гөрләтеп донъя көтәләр, ул аш-һыуға оҫта, бешергән һыйҙары телеңде йоторлоҡ, өйөндә төрлө матур сәскәләр үҫтерә. Ихлас күңелле, туған йәнле, гел ярҙам ҡулы һуҙырга әҙер ул беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.
Ҡәҙерле апайыбыҙ, ҡайынбикәбеҙ һине ысын күңелдән тыуған көнөң менән ҡотлайбыз, һиңә һаулыҡтың иң нығын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхет, шатлыҡ, еҙнә менән оҙон-оҙаҡ татыу, парлы ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Алдағы тормошоң гел бәхеткә, шатлыҡҡа төрөлһөн.
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Һөйөклө, ҡәҙерлебеҙ.
Иң яратҡан, яҡын күргән
Һин беҙҙең апайыбыҙ.
Иҫһен елдәр, уҙһын йылдар,
Ҡартаймаһын тик йөрәк.
Оҙон-оҙаҡ йәшә әле,
Беҙҙән һиңә шул теләк.

Ҡотлау менән Усмановтар ғаиләһе.

Автор:
Читайте нас: