Һине ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ, әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлығтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдын изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит!
Тормош юлын һар ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелен
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерен.
Ҙур бахеттар юлдаш булһын һина,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәламәтлек-ярты бахет тиҙәр,
Ошо бахет ситләп үтмәһен!!!
Беҙ һине яратабыҙ һам хөрмәт итәбеҙ! Иң изге телактар менән һылыуҙарың Альбина, Айгөл, Фаягөл, кейәүҙәрең Азамат һам Сергей.