Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Октябрь 2024, 15:10

Бирһен Хоҙай йәнгә тыныслыҡ

Ғәлиә МИФТАХОВАны ҡотлайбыҙ!

Бирһен Хоҙай йәнгә тыныслыҡ
Бирһен Хоҙай йәнгә тыныслыҡ

Бөгөн Аҡһары ауылының “Хазина” фольклор ансамбле төркөмөнөң алыштырғыһыҙ етәксеһе Ғәлиә Тәлғәт ҡыҙы МИФТАХОВА үҙенең күркәм ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейын билдәләй.
Беҙҙең Ғәлиәбеҙ позитив холоҡло, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыллылығы, бөтә эштә лә әүҙемлелеге менән арабыҙҙа оло хөрмәт яулаусы шәхес ул. “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалы менән дә билдәләнеүсе ул. Юғары белемле уҡытыусы булараҡ ул егерме йылға яҡын ауылыбыҙҙың балалар баҡсаһында етәксе булып хеҙмәт юлы үтте.
Ауылым, илем, халҡым, телем тип яныусы сәхнәләге йондоҙ ҙа ул. Эштә һәр саҡ алдынғы сафта, тынғыһыҙ әйҙәүсе, көслө етәксе лә. Бер ҡасан да ауыл тормошона битараф булмаған холҡо менән ауыл халҡының ҙур хөрмәтенә эйә.
Уңған гүзәл зат өс баланың хәстәрлекле әсәһе, уларҙы тейешенсә тәрбиәләп, белем биреп, оло тормош юлына фатиха биреүсе лә, кәңәшселәре, серҙәштәре лә. Уның ике ейәне, бер ейәнсәре үҫеп килә, һаулыҡтарын бирһен.
Ошо күркәм байрамы айҡанлы Ғәлиәгә Аллаһ Тәғәлә оҙон ғүмер, һаулыҡ, аҡ бәхеттәр бирһен. Һәр ваҡыт балаларының изгелеген, хөрмәтен тойоп йәшәргә яҙһын, йән тыныслығы, уңыштар, шатлыҡтар насип итһен тигән теләктәбеҙ.
Ауыл халҡы алдындағы абруйҙарың һис тә кәмемәһен. Амин.
Тормош юлы ауыр, һикәлтәле
Тик ғүмерҙәр генә бик ҡыҫҡа
Күренекле ғәмәл, эшләнгән яҡшылыҡ
Онотолмай йәшәй халыҡта.
Бигрәк матур холҡоң, эшләгән эштәрең
Һәр ваҡытта һинең һоҡланғыс.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм шатлыҡтар
Бирһен Хоҙай йәнгә тыныслыҡ.
Амин.
"Хазина"лар исеменән Гөлсөм-ағинәй.

Автор:
Читайте нас: