Түбәнге Баба ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ - Рәйсә Низаметдин ҡыҙы МӨХӘМӘТЙӘРОВАны - 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо күркәм байрамың менән ҡотлап, ер йөҙөндәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға барһын. Атыр таңдарың, күңелең - тыныс, ҡояшлы, йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле, сәләмәт ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нурғәлей, улдарың Рәмил, Илфат, ҡыҙың Римма, килендәрең Зөлфиә, Ғәҙилә, кейәүең Риф һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.