Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙым, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ильмира Шамил ҡыҙы БАТЫРШИНАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән, ҡайнар ҡотлап иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Һөйөклөбөҙ! Донъялағы бөтә яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәгең, беҙгә ҡарата булған оло хәстәрлегең, фәһемле кәңәштәрең, ярҙамың өсөн һинең алдыңда башыбыҙҙы эйеп, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, берҙәмлеге һинең ныҡлы терәк-таяныс булыуҙан килә.
Ҡәҙерлебеҙ, фани донъяның рәхәтлектәрен күреп, һаулыҡҡа туйынып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен, игелектәрен күреп, уларҙың күңел йылыһын тойоп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, һәр ваҡыт ҡояштай балҡып, йылы усағыбыҙ, ғаиләбеҙ именлегендә ҡалҡан булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Бәхеткә, шатлыҡта күмелеп,
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп
Йәшә һин мәңгелек нур булып!
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет - шатлыҡ, ныҡлы сәләмәт
Юлдаш булһын һиңә мәңгелек!
Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Мәүлиҙә, тормош иптәшең Фаил, улың Зөфәр, ҡыҙың Гөлназ, киленең Анастасия һәм ейәнсәрең Эмилия.