-1 °С
Облачно
Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ яратҡан әнейебеҙ, тормош иптәшем Ләйсән Ринат ҡыҙы ХӘМИТОВАны матур 35 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.
Тыуған көнөң менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо, маяҡ булып, яҡтыртып тора. Иҫән-һау ғына булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күмәһен.
Саф йөрәктәрҙән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, ҡаулыҡ
Юлдаш булһын тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмил, улдарың Рөстәм, Румиль, Нурислам.