Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле һылыуым, бикәсем, апайыбыҙ, ҡайынбикәбеҙ Рима Ишбулат ҡыҙы ЮЛБАРСОВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле мәлдәргә бай ғүмер, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле булып, йәшәүҙән йәм табып, тормош иптәшең Карамат менән парлы, тигеҙ ғүмер итегеҙ! Балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, уларға терәк-таяныс булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, бәрәкәтле, мул тормошта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Ғүмер юлдарың йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин.
һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән апайың Вилә, һылыуҙарың Роза, Рәйлә, еҙнәң Радик, кейәүҙәре Наурат, Камил.