Бөтә яңылыҡтар
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Октябрь 2024, 08:13

Тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Дилә АҘНАБАЕВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!
Тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын!

Иҫке Отрада ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Дилә Сәхиулла ҡыҙы АҘНАБАЕВАны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарың менән бергә, уларҙың ихтирамында йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Киләсәктә лә шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Байрамың ҡотло, тормошоң бәхетле, донъялар имен булһын! Көндәрең шатлыҡта, тыныслыҡта үтһен.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә – шалыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Лилиә, кейәүең Рөстәм, ейәнсәрең Милена һәм улың Раян менән киленең Замира.

Автор:
Читайте нас: