Яҡуп ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған кешебеҙ - Гөлсинә Рафаэль ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНАны - 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ !
Тырыш, уңған , өлгөр , хәстәрлекле, киң күңелле кеше ул. Киләсәк көндәреңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Улың Рәхимдең уңыштарына һөйөнөп, ҡыуаныстар кисереп кенә йәшәргә яҙһын! Беҙ һине алсаҡ, тормош яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың менән хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп ер йөҙөндә булған иң изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Эштәрең уң, күңелең көр, ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерлек булһын!!!
Иң изге теләктәр менән Искәндәровтар ғаиләһе.