Все новости

Дәртле типһен йөрәктәр!

Илдус һәм Фирүзә ТҮЛӘКОВТАРҙың ғаилә ҡорғандарына бөгөн 35 йыл!

Дәртле типһен йөрәктәр!
Дәртле типһен йөрәктәр!

5 ноябрь беҙҙең донъяла иң яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләребеҙ – әтейебеҙ Илдус Ҡотдус улы һәм әнәйебеҙ Фирүзә Сәрүәр ҡыҙы ТҮЛӘКОВТАРҙың был донъяла бер-береһен осратып, яратып ғаилә ҡорғандарына 35 йыл!
Йылдар ағымында ниндәй генә һынау, ҡаршылыҡтар булмаһа ла, әтей-әнәйебеҙҙең бер-береһенә ҡарата һөйөүе, ихтирамы уларҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Улар икеһе лә бик тырыш, уңған кешеләр, йорт һалып, донъя ҡороп, беҙҙе - бер ҡыҙ һәм ике малайҙы ошо яҡты донъяларға тыуҙырып, әле булһа гөрләтеп йәшәйҙәр. Улар беҙгә маяҡ, матур пар өлгөһө, тап ошо ғаиләлә тыуғанға беҙ яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ!
Әтей, әнәй, һеҙгә артабан да беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер итергә яҙһын, ныҡлы һаулыҡ, көр кәйеф, күңел тыныслығы, бәхет теләйбеҙ һеҙгә!
Йәш саҡтағы мөхәббәткә
Һеҙ тоғро ҡалғанһығыҙ,
Ғаиләгеҙҙе ел-дауылдан
Һеҙ һаҡлай алғанһығыҙ!
Мәрйен туйға ла еттегеҙ,
Беҙҙән матур теләктәр,
Йылдар үтеүгә ҡарамай,
Дәртле типһен йөрәктәр!
Ҡотлау менән ҡыҙығыҙ Флүзә, улдарығыҙ Инсаф, Ильяс, кейәүегеҙ Иҙел, киленегеҙ Лиана, ейәндәрегеҙ Лилиә һәм Урал.

Автор:
Читайте нас: