Һеҙҙең яҙмышығыҙҙы бергә бәйләгән бәхетле мәлдән 15 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Бер-берегеҙгә булған матур хистәрҙе ошо йылдар эсендә сайпылтмай, саф килеш һаҡланығыҙ. Бөгөн һеҙ – һоҡланырлыҡ бәхетле пар. Артабанда мөхәббәтегеҙгә тоғро ҡалып, бер-берегеҙгә булған хөрмәт, ихтирамды юғалтмай, оҙон-оҙаҡ иңгә-иң терәшеп йәшәргә яҙһын. Ҡабыҙған усаҡҡа һыйынып, йылынып, улдарығыҙҙы үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырырға булһын.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Киләсәктә лә һәр көнөгөҙ шатлыҡ - һөйөнөскә тулы булһын. Балаларығыҙҙың бары тик шатлыҡтарын күреп, оҙон - оҙаҡ ғүмер итегеҙ.
Бер-берегеҙҙе табып ҡауышҡанһығыҙ,
Икегеҙ ҙә ниндәй һөйкөмлө!
Күҙгә-күҙ ҡарашып йылмаяһығыҙ,
Бер гөл сәскәләре шикелле!
Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ.
Дауыл-ямғырҙарға бирешмәй
Гел йәнәшә тороғоҙ!
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Әлфинур, атайығыҙ Ринат.