Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Эльфир Мәхмүт улы ӘМИРОВты 60 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ғүмер юлың яҡты өлгө итеп алырлыҡ, меңдәргә үрнәк булырлыҡ һин әтейебеҙ! Алдағы тормош йылдарыңда ғүмер юлың именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Әнейебеҙ менән беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, үҙ юлыбыҙға аяҡ баҫырға ярҙам иткәнегеҙ, яратып-һөйөп ҡайғыртҡанығыҙ, ғәҙеллеккә өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Гел шулай көләс йөҙлө, яғымлы бул. Беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшә.
Һинең барлығыңды тойоп йәшәү
Был донъяла, әтей, бик рәхәт.
Ҡәҙерленең ҡәҙерлеһе бит һин,
Барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт.
Һин бит, әтей, беҙҙең өйҙөң йәме,
Беҙҙең өсөн оло бер терәк.
Тыныс йәшә әле, сәләмәт бул,
Һин бит әле беҙгә бик кәрәк.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.