Маяҡ ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән ғәзиз, яратҡан тормош иптәшем - Ғәниә Мөхәммәт ҡыҙы ЯҠШЫБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түремдән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәремде юллайым!
Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл һин - ҡәҙерлем! Һиңә ошо байрамыңды һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйем. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, артабан да бергә-бергә, бәхетле оҙон ғүмер кисереүебеҙҙе теләйем. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын.
Юбилейың менән тәбрикләйем,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Сөләймән Ғәлим улы.