Все новости

Оҙон-оҙаҡ бергә ғүмер итәйек

Фәрит ХИСАМОВты ҡотлайбыҙ! 

Оҙон-оҙаҡ бергә ғүмер итәйек
Оҙон-оҙаҡ бергә ғүмер итәйек
Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙҙы - ХИСАМОВ Фәрит Ирек улын күркәм 35 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙға был донъялағы иң яҡшы теләктәрҙе еткерәһе килә, ныҡлы һаулыҡ һиңә, йөрөгән юлдарың, эшләгән эштәрең тик уңышлы ғына булһын. Әлегеләй, балаларыбыҙҙы ата-әсәле итеп, иркәләп-һөйөп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ бергә ғүмер итәйек, беҙҙең һәр бер теләгебеҙҙе тормошҡа ашырып торғаның өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һәм яратабыҙ! Бәхетле бул! 

Ҡотло булһын матур юбилейың,

Бәхеттәрең килһен үрелеп,
Ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын,
Йәшә, шатлыҡтарға төрөнөп.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама,
Һау-сәләмәт булып, оҙаҡ йәшә,
Яҡындарың менән йәнәшә!
Ҡотлауҙар менән ҡатының Илүзә, ҡыҙың Алтынай, улың Айтуған. 
Автор:
Читайте нас: