Күмертау ҡалаһы
Һөйөклө ҡыҙыбыҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ Рәзилә Фаил ҡыҙы ҒӘББӘСОВАны 35 йәшлек матур юбилейы менән ысын йөрәктән, ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, яҡындарыңдың игелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын. Һиңә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән ата-әсәйең һәм улдарың Инсаф менән Айҙар.