Иҫке Мораптал ауылы
Ҡәҙерле әнәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ – Зөһрә Йәүҙәт ҡыҙы АБУКАЕВА матур тормош байрамын - 70 йәшлек юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Яныбыҙҙа һин булғанға донъябыҙ йәмле һәм яҡты, күңелебеҙ наҙ менән тулы. Һин, һинең йәшәү рәүешең, күркәм сифаттарың – беҙҙең өсөн һәр ваҡыт өлгө. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, һинең сабыр йөрәгеңә, изге күңелеңә һоҡланабыҙ. Тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең өсөн беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен! Яҡындарыбыҙ менән бергә ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй оҙон бәхетле ғүмер итеүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын, әнәй, юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Ҡаршы алыр әлдә Әнәй бар.
Иң изге теләктәр менән улдарың Фәнис, Фәнил, ҡыҙҙарың Земфира, Эльвира, Зөлфирә, кейәүең Фәнил һәм 9 ейәнең, 2 ейәнсәрең, 3 бүләрең менән 2 бүләсәң.