Все новости

Һин булғанға, беҙ бәхетле!

Лилиә Ғәббәсованы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Һин булғанға, беҙ бәхетле!
Һин булғанға, беҙ бәхетле!

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле тормош иптәшем, әнәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лилиә Рәшит ҡыҙы Ғәббәсованы күркәм юбилейы - 60 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һин беҙҙең донъялағы иң гүзәл, иң изге, иң ғәҙел, иң ҡәҙерле зат.
Киләсәктә лә йөҙөң нурлы, күңелең тыныс, көр, эшләгән эштәрең уң, яҡты, һаулығың ныҡ, ғүмерең оҙон булһын. Тормошобоҙҙоң йәмен, ҡотон һаҡлап, беҙ үҫкән донъяның утын һүндермәйенсә атайыбыҙ менән бәхетле ҡартлыҡта йәшәгеҙ, әнәй! Һеҙ булғанға беҙ бәхетле! Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын.

60 йәш бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа,
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Ҡалған ғүмер үтһен шатлыҡта!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: