Зәк-Ишмәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әтейебеҙҙе Фәнүр Фәтҡулла улы Әҙеһәмовты 45 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ, һиңә ҡоростай һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ. Ҡуйған маҡсаттарыңа һәр саҡ ирешә килдең, артабан да шундай тырыш, хәстәрлекле булып ҡал. Һиңә барыһы өсөн оло рәхмәт! Һинең бай тәжрибәле тормош юлың күптәргә өлгө булырлыҡ. Һәр эшеңде намыҫ менән башҡараһың. Күпме яҡындарҙы, туғандарҙы, ауылдаштарҙы алтын ҡулдарың менән ҡыуандырҙың һин. Уларҙың һәр бер рәхмәте үҙеңә мәртәбәләп ҡайтыуына иманыбыҙ камил.
Тормош юлы бер ваҡытта ла шыма ғына бармай. Барыһын да бергә күрҙек, бергә кисерҙек. Һиндәй ирҙең йәнәшәмдә булыуы миңә көс бирҙе, ҡыйын хәлдәрҙә мин һинең ышығыңа һыйындым. Рәхмәт һиңә! Дөньялағы иң зур байлығыбыҙ – беҙҙең мөхәббәт емештәребеҙ: улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ. Йәнәшәлә әтей, әнейҙәр, яҡындар - бәхет өсөн тағы ни кәрәк? Хоҙай Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Балаларыңдың изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Гөлназ, улың Ришат, ҡыҙың Яҙгөл.