Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған хөрмәтле кешебеҙ - тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Зөлфәҡәр Нурулла улы АҠҺАРОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Иҫәнлектә-һаулыҡта, тыныслыҡта, балаларыңдың – ейәндәреңдең ҡыуанысын күреп, барлыҡ туғандарыңдың, дуҫ-иштәреңдең хөрмәтен тойоп, бәрәкәтле оҙон ғүмер кисерергә насип итһен һиңә, беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ. Киләсәктә лә әлегеләй беҙгә терәк-таяныс булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле, имен тормошта тағы ла оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Гөлнур, ҡыҙҙарың Айгөл, Фаягөл, кейәүҙәрең Рәфис, Ленар, ейәндәрең Артур, Тимур, Эмир.