Все новости

Әсәй барҙа һәр кемебеҙ бала

Клара АБДУЛЛИНАға иң изге, иң йылы, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Әсәй барҙа һәр кемебеҙ бала
Әсәй барҙа һәр кемебеҙ бала
Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз, яҡын кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Клара Әхмәтғәриф ҡыҙы АБДУЛЛИНАны күркәм ғүмер байрамы - 85 йәшлек оло юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ Таймаҫ ауылында 26 ноябрь 1939 йылда күп балалы ғәиләлә 6-сы бала булып донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас һауынсы булып эшләгән, шунан Таймаҫ совхозының кабинет политпроссвещенияһында китапханасы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хаҡлы ялда булһа ла тырыш, хеҙмәт һөйгән яҡыныбыҙ өйҙә тик кенә ултырмаған склад мөдире булып эшләгән. Атайыбыҙ, Абдуллин Мөхәрәм Динислам улына кейәүгә сығып, беҙгә ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иттеләр. Ҡыҙғанысҡа, әтебеҙ 2002 йылда ҡаты ауырып мәрхүм булды, тик яҙмыш һынауҙары бының менән генә бөтмәгән шул, ҡәҙерлебеҙ 2019 йылда бер улын, 2021 йылда икенсе улын һуңғы юлға оҙатты. Ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәне әсәйебеҙ, бөгөнгө көндә беҙгә терәк-таянгыс булып, изге теләктәр теләп йәшәй. Ҡыҙы, кейәүе, килене, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре хөрмәтендә ғүмер итә.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо оло байрамыңда барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, алдыңда баш эйәбеҙ. Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә!
"Бирешмәйһең, әсәй, афарин", - тип,
Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,
Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
"Әсәй көтә мине, әсәй көтә!" –
Ошо уйым һеңгән аңыма.
...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.
Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.
Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гүзәлиә, кейәүең Хәбир, ейәнсәрең Розалия, кейәүең Илнар, ейәнең Дамир, бүләсәрҙәрең Әминә, Сафина, ейәнең Илшат, киленең Крестина, бүлә-бүләсәрҙәрең Матвей, София, Макар, киленең Айгөл, тормош иптәше Рәсүл, ейәнсәрҙәрең Алина, Гөлгөнә, Амелия, Гөлназ, ейәнең Арслан, Таһир.
 
Автор:
Читайте нас: