Все новости

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин

Рәйлә СОЛТАНҒУЖИНАны күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин

Илкәнәй ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын булған кешебеҙ, тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ – Рәйлә Нурулла ҡыҙы СОЛТАНҒУЖИНАны күркәм байрамы - 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә.
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Камил, ҡыҙҙарың Әлиә, Юлиә, улың Тимур, кейәүҙәрең Марсель, Руслан, киленең Диана һәм ейәндәрең Арслан, Динислам, Ранель.

Автор:
Читайте нас: