Мәктәп йылдарынан уҡ икебеҙ ҙә "Йәншишмә" гәзитенең "Йәш хәбәрсе"һе, "Аманат" журналының балалар мөхәрриәте ағзаһы булараҡ дәртле ҡәләм тирбәтеп, бер-беребеҙҙе белеп үҫтек. Әле лә аралашып торабыҙ.
Киләһе шиғырым ҡәләмдәшемә бағышлана.
ДУҪЛЫҠ ЯЛҠЫНЫ
(Шағир дуҫым Азамат Исмәғиловҡа)
Ярыша-ярыша шиғыр яҙыр инек,
Услап-услап илһам яуыр ине.
Фән тауының белем-граниттарын
Ҡаҙыу ғына бер аҙ ауыр ине.
"Шоңҡар"ҙың бер дуэт-ҡошо инек,
Бер ғалимдың хатта дуҫы инек.
Күңел шиғри хискә тулышҡан саҡ,
Ә кеҫәнән ялтырай бары тинлек.
Ә шәмбеһен төнгө Аҙауымда
Шашып һайрар пар һандуғас инек.
Усаҡ яғып таң аттырыр инек,
Ҡайтышҡанға:
"Йән ҡандырғас", - тинек.
Ике шағир килә ауыл буйлап,
Ары торһон моңло һандуғас.
Күңелебеҙ һайрап туйыр ине,
Аҙау офоғонда таң тулғас.
Үҙ иттеләр һине ауылдаштар,
Яҡын тойҙо тоғро дуҫтарым.
Икебеҙҙе бер тигеҙҙәй күреп,
Һуҙҙы беҙгә йылы устарын.
Теге сибәр бик йыш ҡына аҙаҡ
Һинең хаҡта һорашҡылай ине.
Хәҙер ожмаһ ҡошо инде үҙе,
Ул үлгән көн ырашҡылай ине...
Беҙ икебеҙ ике усаҡ инек,
Күңел иреткеләй иҫтәлеге.
Һинең менән булған дуҫлығыбыҙ -
Студент саҡтың йылы эстәлеге.
Һин һаман да шул көйөнсә, курсташ,
Азаматтар ныҡлы, бирешмәй.
Тормош шаршыларын кисә улар,
Йәшәй белмәй улар көрәшмәй.
Тынлыҡ урлар йәшлек шиғриәте -
Беҙҙең дуҫлыҡ ялҡыныбыҙ булған.
Ошо нур-ялҡынды маяҡ итеп,
Алып бара мине дуҫлыҡ-йылғам.
Фото: Азамат Исмәғилев (уңда) менән минең тыуған йортомда. 2005 йыл.
Ринат Сөләймәнов.
Редакциянан: ҡотлауға беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ, тыуған көнөң менән, әлегеләй дәртле, көслө мәлдәрең оҙаҡ йылдарға һуҙылһын, беҙ гел генә "Бына, исмаһам, беҙҙең Азамат!" тип һоҡланып, ғорурланып торайыҡ.